Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы

Просмотров: 1516

ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәт-Ғәбделхәй Ғәбиҙулла улы [1889, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 22.8.1972, Силәбе ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиевтең улы. Миҙиәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Арғаяш кантоны башҡорттарынан делегат булып 1—3 башҡ. ҡоролтайҙарында (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) ҡатнаша. 1915— 16 йй. мөфтөй М.А.Баязитовтың секретары. Ә.Ә.Вәлидовҡа оппозицияла тора, милли‑терр. автономия идеяларын ҡабул итмәй, башҡорттарҙың Рәсәй составындағы мәҙәни‑милли автономияһы өсөн сығыш яһай, ерҙе йәмәғәт милкенә әйләндереүгә ҡаршы сыға, монархия яҡлы була. Башҡортостандың автономиялы Диниә назаратын ойоштороуҙы яҡлай. 1919 й. Аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла, Омск ҡ. А.В.Колчак ставкаһында йөрөй, “Ҡаһарман башҡорт” гәз. мөхәррире була. 1920 й. июненән Рәсәйҙең көнсығыш сигендәге Башҡорттарҙың хәрби‑милли идаралығы рәйесе. 1920 й. нояб. — Маньчжурияла (Ҡытай), һуңынан Японияла эмиграцияла була. 1923—38 йй. Токио ҡ. имамы, унда мәҙрәсә, типография аса, Ҡөрьәнде нәшер итә. 1925 й. алып Бөтә япон мосолман йәмғиәте рәйесе, бер үк ваҡытта 1932 й. “Япон мөхбире” мосолман дини ж. мөхәррире. Япон властары тарафынан Далянь ҡ. (Ҡытай) һөрөлә, унда 1938 й. алып имам була. 1945 й. ҡулға алына, этап м‑н Мәскәүгә оҙатыла, тотҡон‑ лоҡта була. 1956 й. башлап Силәбе өлк. мулла вазифаһын башҡара.

Әҙәб.: Ҡорбанғәлиев Ғ.Ғ. мәҡ. ҡарағыҙ.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019