ҠУРСАУИ Ғәбденнасир
ҠУРСАУИ Ғәбденнасир (яҡынса 1771—76 йй., Ҡазан губ. Ҡурса а. — 1812 й. сент., Истанбул), мосолман дин белгесе. Вятка губ. Маскара а. һәм Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙәуҡый. Тыуған ауылындағы мәсеттә имам-хатип һәм мөҙәрис булып хеҙмәт итә. 1807—08 йй. Бохарала мосолман руханиҙары һәм ғалимдары м‑н дини тәғлимәт мәсьәләләре б‑са бәхәстәрҙә ҡатнаша, уларҙа мосолман йолаларының үҙгәрешһеҙлеге яҡлыларға (ҡара: Ҡәҙимселек) ҡаршы сығыш яһай, мосолман әхлағы мәсьәләләре б‑са тәнҡитле фекерҙәр әйтә. Ҡ. диндән ваз кискән тип таныған фәтүәнән һуң (үлем язаһы тейеш була) йәшерен рәүештә тыуған яғына ҡайтып китә, унда мәҙрәсәлә уҡытыуын дауам итә. Хаж ҡылған ваҡытта мәрхүм була. Дини тәғлимәт б‑са 10‑дан ашыу хеҙмәт, ш. иҫ. ғәрәп телендәге “әл‑Иршад ли‑л ғибад” (“Хаҡ юлға өндәү”, 1903 й. нәшер ителә), авторы, китапта уның йәдитселектә үҫеш алған динде реформалау идеялары тасуирлана.
Хеҙм.: Һәфтияк тәфсире. Казан, 1861.
Ғ.Б.Хөсәйенов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина