Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАИМОВ Халиҡ Шакир улы

Просмотров: 1313

ЗАИМОВ Халиҡ Шакир улы [13.11.1914, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Һултай а. (Силәбе өлк. Сосновка р‑ны) — 9.2.1977, Өфө], комп., муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1941). Башҡ. муз. уч‑щеһын (1937; С.А.Попов класы), Мәскәү консерваторияһын (Башҡ. студияһы, 1947, В.А.Белый класы; теоретик‑композиторҙар ф‑ты, 1952, А.Н.Александров класы) тамамлаған. 1941—44 йй. Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты, 1952—56 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1963—68 йй. директоры. 1956—63 йй. Лыткарино ҡ. балалар муз. мәктәбе директоры. 1953—54 йй. БАССР‑ҙың Комп. союзы рәйесе. Тәүге проф. комп. береһе. З. ижадына жанрҙар төрлөлөгө, моңлолоҡ, муз. телдең ябайлығы, халыҡ музыка сәнғәте һәм Европа проф. музыка традициялары м‑н тығыҙ бәйләнеш хас. БДОБТ сәхнәһендә ҡуйылған “Аҡбуҙат” героик‑эпик операһы һәм “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1965, А.Г.Чугаев м‑н авторҙашлыҡта, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Н.Г.Канин һәм Х.Ф.Мостаев либреттоһы) балеты авторы. Вокаль‑симфоник һәм симфоник әҫ. күбеһе тыуған ил һәм хеҙмәт темаһына арналған: Б.Бикбай шиғырына “Башҡортостан” (1947), Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Башҡортостан нефтселәре” (1953), Н.Иҙелбай шиғырына “Баҫыу киңлектәрендә” (1955) кантаталары, Сюита, Бейеү сюитаһы (икеһе лә — 1949), Увертюра (1952). Инструменталь әҫәрҙәренең жанр диапазоны киң: Скрипка һәм фп. өсөн сюита (1944), 1‑се, 2‑се ҡыллы квартеттар (1954, 1955), скрипка өсөн 4 дуэт, фп. өсөн 24 прелюдия (икеһе лә — 1952), ансамблдәр, скрипка, фп., виолончель, баян өсөн пьесалар. Вокаль музыкаһында лирик образдар өҫтөнлөк итә: А.Х.Игебаев шиғырына “Ғашиҡтар”, Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Миләүшә”, үҙ эшкәртеүендә “Ашҡаҙар”, “Ете ҡыҙ” һ.б. халыҡ йырҙары. Балалар музыкаһы 100‑ҙән ашыу инструменталь пьесанан, башҡ. һәм татар шағирҙарының шиғырҙарына яҙылған 30‑ҙан ашыу йыр һәм хорҙан тора. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1955). Өфөләге 13‑сө балалар музыка мәктәбенә З. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Фортепианные пьесы для детей. Уфа, 1955; Двадцать четыре прелюдии для фортепиано. М., 1981.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Халик Заимов. Уфа, 1967.

 

Г.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: