Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗӘЛИФӘКӘЙ”, йыр

Просмотров: 1008

“ЗӘЛИФӘКӘЙ”,Зәлифә”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Шиғри тексын һәм легендаһын тәүге тапҡыр Ә.Йәрмөхәмәтов 1925 й. Һамар губ. (хәҙ. ш. уҡ исемле өлкә) Диңгеҙбай а. яҙып ала һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында (1929, №7) баҫтыра, тексы м‑н көйөн М.М.Вәлиев 30‑сы йй. яҙып ала, көйө “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “З.” варианттарын К.Мәргән, К.Й.Рәхимов, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.С.Сөләймәнов, Н.Д.Шоңҡаров яҙып алған. Йыр лирик характерҙа. Яратмаған кешеһенә кейәүгә бирелгән Зәлифә исемле ҡыҙҙың яҙмышы хикәйә ителә. Башланғыс муз. фразаны интонацион һәм ритмик үҙгәртеү нигеҙендә ҡоролған “З.” көйөндә кварта интонацияһы файҙаланыла, юғары төп тон уратып йырлана. “З.” мелодикаһы аҙ биҙәкле һәм октава диапазонында башҡарыла, был йырға драматик яңғыраш бирә. Башҡарыусылары — С.Ә.Абдуллин, Ю.И.Ғәйнетдинов, Ф.Ә.Килдейәрова, А.А.Солтанов.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019