Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗӨЛХӘБИРӘ”, йыр

Просмотров: 955

“ЗӨЛХӘБИРӘ, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Беренсе тапҡыр Л.Н.Лебединский тарафынан 1937 й. Баймаҡ р‑нында ҡурайсы Х.Ғ.Муллаҡаевтан яҙып алына; “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында Ғ.З.Сөләймәнов яҙмаһында баҫтырып сығарыла. “З.” вариантын Ф.А.Нәҙершина яҙып ала. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Атаһы Мостафа мулла өйәҙ исправнигына кәрткә уйнап отторған Зөлхәбирәнең яҙмышы хикәйәләнә. “З.” көйө аныҡ ҡоролоштан, куплет формаһынан ғибәрәт. Көйҙөң дөйөм түбәнәйә барыусы йүнәлеше йырға трагик яңғыраш бирә. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Я.Ф.Аҡмырҙин, З.Ғ.Мәхмүтов, Сөләймәнов, А.А.Солтанов. Йырҙы Р.Х.Ғәзизов — тауыш һәм фп., А.Г.Тихомиров хор (а cappella) өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Рухи хазиналар. Өфө, 1992.

Г.С.Ғәлина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019