Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮТЕРАНДАР

Просмотров: 1367

ЛЮТЕРАНДАР, протестантлыҡйүнәлештәренең береһе булған лютеранлыҡҡа эйәреүселәр. Лютеранлыҡ 16 б. барлыҡҡа килә. Башлыса Германияла, АҠШ‑та, Балтик буйы һәм Скандинавия илдәрендә таралған. Нигеҙ һалыусыһы — М.Лютер. Дин ғилеме сығанағы — Библия, символик китаптары: Ф.Меланхтондың Аугсбург дин ҡануны (1537), Лютерҙың Ҙур (1528) һәм Бәләкәй (1529) катехизистары. Л., Сиркәү — изгеләрҙең йәшерен йәмғиәте, Иисус Хрис тос — Алла м‑н кеше араһындағы берҙән‑бер аралашсы, тип иҫәпләй; монахлыҡты инҡар итәләр һ.б. Ырымбур губернаһында Л. 18 б. 1‑се ярт. төбәкте үҙләштереп, файҙалы ҡаҙылмалар сығара башлағандан һуң барлыҡҡа килә, Ырымбур (1772), Златоуст (1810) һ.б. ҡалаларҙа кирхалар төҙөлә.

1862 й. Ырымбур губ. 718 Л., ш. иҫ. 6 пастор; 1910 й. Өфө губернаһында 6490 Л. иҫәпләнә, Өфөлә кирха төҙөлә. 1925 й. БАССР‑ҙа 7 йәмғиәт (6‑һы — Өфө кантонында, 1‑һе — Стәрлетамаҡ кантонында) эшләй, 1937 й. таратыла. 40—60‑сы йй. Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. рәсми булмаған общиналар, Благовар, Иглин һәм Өфө р‑ндарында төркөмдәр эшләүе билдәле була. 1998 й. респ. — 2, 2011 й. — 4 (Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Архангел р‑ны Максим Горький а.) теркәлгән община эшләй. Бөрөләге община — Ингрияның Инжил-лютеран сиркәүе, Архангел р‑нының общинаһы Латвияның Инжил-лютеран сиркәүе м‑н ҡануни бәйләнештә тора.

2005 й. алып Рәсәйҙә, Украинала, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла Инжил‑ лютеран сиркәү составында БР‑ҙың Инжил-лютеран пробствоһы эшләй, ул Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы теркәлгән, ш. уҡ Ишембай, Октябрьский, Салауат ҡҡ. һәм Благовар р‑ны Пришиб а. теркәлмәгән Л. общиналарын берләштерә. Пробст — С.И.Гольцверт. “Башҡортостан—Германия”, “Видергебурт” йәмғиәттәре һәм Өфө инжил-лютеран общинаһы тарафынан ҡул ҡуйылған Хеҙмәттәшлек т‑дағы килешеү (2006) сиктәрендә кирханы тергеҙеү б‑са Попечителлек советы ойошторолған.

Әҙәб.: История религий в России. М., 2004.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: