КАМАЕВ Фәрит Хөснулла улы
КАМАЕВ Фәрит Хөснулла улы (19.4.1944, Ҡустанай ҡ. — 13.1.1993, Өфө), музыка белгесе‑фольклорсы. Сәнғәт ғилеме канд. (1979). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965), Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын (Мәскәү, 1972) тамамлаған. 1965 й. алып БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а. балалар музыка мәктәбендә, 1966—67 йй. Өфөнөң 2‑се балалар музыка мәктәбендә, 1971 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта, 1979 й. — фәнни һәм уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1989 й. — башҡ. музыкаһы һәм фольклоры каф. мөдире, 1990 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. халыҡ йыры мелодикаһына һәм инструменталь музыкаға, башҡ. комп. ижадына арналған. Алтай, Монголия, Румыния, Башҡортостандың көньяғы, Башҡортостандың Урал аръяғы, Ҡурған һәм Силәбе өлк. буйлап экспедицияларҙа 4 меңдән ашыу халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен йыйған, 2 меңдән ашыуын нотаға һалған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. К. исеме 2‑се балалар сәнғәт мәктәбенә (Өфө) бирелгән, унда 1998 й. алып йыл һайын К. иҫтәлегенә арналған Респ. фольклор конкурсы үткәрелә.
Хеҙм.: Ҡурай моңдары=Напевы курая. Өфө, 1991; Стилевые и жанровые особенности башкирского музыкального фольклора //Научно-методические записки Уфимского государственного института искусств. Уфа, 1973. Вып.1; 400 башҡорт халыҡ йыры=400 башкирских на‑ родных песен. Өфө, 2011 (авторҙ.).
Әҙәб.: Воспоминания о Фарите Камаеве: сб. ст. Уфа, 2002.
Г.С.Хәмитова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова