Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГИЯ

Просмотров: 1641

МАГИЯ (гр. mageјia – сихыр), кешенең (күрәҙәсенең) кешеләргә һәм тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итә алған мөғжизәле көсөнә ышаныуға бәйле йолалар. Исламға тиклемге дини инаныуҙар, халыҡ медицинаһы һ.б. м‑н бәйле тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән. Тылсымлы йолаларҙы, ғәҙәттә, шамандар (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсылар, имселәр, сихырсылар, жрецтар һ.б. башҡара. Вербаль (изге теләктәр, арбау, өшкөрөү, ҡарғау һ.б.), парциональ (махсус предметтар ҡулланыла: “күҙле” таштар, ҡайраҡ, бысаҡ һ.б.), акциональ (тылсымлы хәрәкәт башҡарыу), мелослы (ҡара: Ҡот ҡойоу, Сеңләү), төҫлө (төҫтәр символикаһы ҡулланыла, мәҫ., ямғыр саҡырыу өсөн ҡара кейем кейеү; яңы ҡояшты сәләмләү өсөн аҡ һарыҡ тәкәһе салыу һ.б.), космогоник (ҡара: Етегән йондоҙ, Космогония), мөхәббәт, хеҙмәт (эшкә беренсе булып тотонған кешене майлы икмәк м‑н һыйлау һ.б.), тәбиғәт көстәре (ярҙам һорап, һыуға, утҡа, һауаға, елгә һ.б. мөрәжәғәт итеү), һаҡлай торған (ҡара: Бетеү, Тылсым, Һаҡлағыс) һ.б. М. айыралар.

Әҙәб.: Х и с а м и т д и н о в а Ф.Ғ. Башҡорттарҙың им‑том китабы. Өфө, 2006; С у л т а н г а р е е в а Р.А. Обрядовый фольклор как предмет реконструкции личности, функций и творчества багымсы //Башкирский фольклор: исслед. и материалы. Уфа, 1999. Вып. 3. Х и с а м и т д и н о в а Ф.Г. Мифологический словарь башкирского языка. М., 2010. 

Р.Әолтангәрәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: