Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАНТАТА

Просмотров: 1174

КАНТАТА (лат. cantare — йырлау), бер йәки бер нисә йырсы‑солист, хор һәм оркестр өсөн муз. әҫәр (бер солист м‑н хор өсөн, a cappella хор өсөн К. була). Композицион төҙөлөшө б‑са ораторияға оҡшаш, ләкин унан бәләкәйерәк күләме, ябайыраҡ йөкмәткеһе, сюжетта драматик үҫеш булмауы м‑н айырыла. Тантаналы, лирик, ҡайғылы, шатлыҡлы, тасуири К. текстары өсөн дөйөм әһәмиәтле идеяларҙы, ыңғай образдарҙы, юғары идеалдарҙы данлау хас. Башҡортостанда К. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң формалаша, ул ваҡытта совет вокаль-симфоник музыкаһында тәбрикләү һәм гимн К. төп жанрҙарҙың береһе була. КПСС‑ты, В.И.Ленинды данлауға арналған тәүге К.: Х.Ш.Заимовтың Б.Бикбай шиғырына “Башҡортостан” (1947), Р.Ниғмәти шиғырына “Партия тураһында кантата” (1955). Был теманы Р.Ниғмәти шиғырына З.Ғ.Исмәғилевтең “Ленин тураһында кантата”һы (1949), совет шағирҙары шиғырына Н.Ғ.Сабитовтың солист, хор, 2 фп., арфа, фанфара, скрипкасылар ансамбле һәм симфоник оркестр өсөн 5 өлөштән торған “Ленин” (1970), С.Ҡудаш шиғырына Д.Д.Хәсәншиндең “Ленин тураһында кантата”һы (1974), Ғ.Ғ.Шафиҡов шиғырына Р.М.Хәсәновтың балалар хоры һәм симфоник оркестр өсөн “Ленин яҙғыһын тыуған” (“Ленин родился весной”; 1978) К. дауам итә. Революция (1917) идеяларын, СССР‑ҙың ҡеүәтен ҙурлаған К. пафос, вокаль номерҙарының халыҡ һәм күмәк йырҙар интонацияһына бай булыуы м‑н айырылып тора: Ш.Бикҡол шиғырына Ш.З.Ҡолбарисовтың “Халыҡҡа дан” (1954), Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына Исмәғилевтең “Октябргә гимн” (1967), М.Д.Львов шиғырына Хәсәншиндең “Октябрь геройҙарына” (“Героям Октября”; 1975) К., А.П.Майоров шиғырына Хәсәновтың “Партияға ант” (“Клятва партии”; 1985) марш‑кантатаһы һ.б. әҫәрҙәр. Н.Иҙелбай шиғырына Заимовтың “Баҫыу киңлектәрендә” (1955), Я.Ҡолмой шиғырына Ш.Ш.Ибраһимовтың “Дан һиңә, Башҡортостан” (1961); А.Игебаев һәм Й.Ә.Солтанов шиғырҙарына А.Х. Ғабдрахмановтың “Тыуған ерем — моңло йырым” (1979), Ю.А.Андрианов шиғырына А.К.Кукубаевтың “Башҡортостан — тыуған ерем” (“Башкирия — родная земля”; 1987) К. — тыуған илгә; Рамаҙанов шиғырына Сабитовтың “Үлемһеҙлек” (1952), Ҡ.Даян шиғырына Р.В.Сәлмәновтың “Алтын үҙән” (1955), Х.Кәрим шиғырына Х.Ф.Әхмәтовтың “Ҡотлау йыры” (1955; икенсе исеме — “Мәскәү”), Р.Ә.Сафин шиғырына Ғабдрахмановтың “Мәңгелек яралар” (1972), В.Х.Илембәтов шиғырына Н.Ә.Дауытовтың “Тыныслыҡ тыуған еремә” (1984), Я.Ҡолмой шиғырына Ибраһимовтың a cappella хор өсөн “Тыныслыҡты яуланыҡ” (1986) К. тыныслыҡ, совет кешеләренең хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтарына арналған. М.Сөндөклө шиғырына яҙылған К.Й.Рәхимовтың “Дуҫлыҡ тураһында кантата”һы (1957; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған) үҙенсәлекле интонация ҡоролошо м‑н айырыла. М.Кәрим шиғырына Исмәғилевтең “Россиянмын” (1969) әҫәренә шиғри текстың һәм муз. йөкмәткенең монументаллеге хас. 20 б. аҙ. — 21 б. башында башҡ. комп. ижадында К. ижад итеү ирекле була, ул муз. теле, формаһы һәм йөкмәткеһе йәһәтенән бер ниндәй ҙә жанр шарттары м‑н сикләнмәй: Р.Ниғмәти шиғырына (В.Казанский тәржемәһендә) яҙылған А.Т.Кәримовтың “Кеше матур саҡта” (“Когда человек кра‑ сив”; 1986) К. тормош, кеше яҙмышы т‑да фәлс. уйланыуҙар сағыла; урыҫ шағирҙары шиғырҙарына яҙылған С.Ә.Низаметдиновтың “Форсат булғанда...” (“По случаю...”; 1993, Ф.И.Шаляпин иҫтәлегенә ар‑ налған) К. төп фекере бик үҙенсәлекле. И.Л.Кинйәбулатов шиғырына Дауытовтың “Мин — башҡорт” (1999), Р.Ф.Мифтахов шиғырына “Һай, Салауат — ер күрке” (2004), Аҡмулла шиғырына “Аҡмулланың һүҙе шул” (2006) бер шаршаулы К. йырсы‑солистарҙың һәм хорҙың тәьҫирле вокаль партиялары айырым бер әһәмиәткә эйә.

Ш.М.Бикмөхәмәтов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019