Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮБАРСКАЯ Адель Самойловна

Просмотров: 813

ЛЮБАРСКАЯ Адель Самойловна (30.11.1913, Полтава губ. Кременчуг ҡ. — 1.9.2005, Хайфа ҡ., Израиль), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1940). Граждан һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡара диңгеҙ‑Азов проект‑эҙләнеүҙәр контораһы (икеһе лә — Одесса ҡ.), 1941—68 йй. “Башнефтепроект” ин‑ты архитекторы, өлкән архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе. 20 б. 40‑сы йй. 1‑се ярт. Башҡортостанда төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҫтереүҙең генераль схемаһын, Стәрлетамаҡ, Туймазы һ.б. ҡалаларҙа ошо тармаҡтың байтаҡ пр‑тиелары проекттарын эшләй. Октябрьский ҡ. йәмәғәт биналары (1949—57), Сәнәғәт йорто (1956, авторҙ.), “Башнефтепроект” ин‑тының производство бинаһы (1966; икеһе лә — Өфө) һ.б. проекттар авторы.

Б.Ф.Любимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019