Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАСКУЛОВ Рамзит Мөнир улы

Просмотров: 1595

МАСКУЛОВ Рамзит Мөнир улы (27.9.1957, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Яңы Ҡыйышҡы а), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (2002), РФ‑тың почётлы архитекторы (2007). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1987). Горький инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, өлкән, төп архитекторы, төркөм етәксеһе, проекттар һәм оҫтахананың баш архитекторы, 1996—2004 йй. — “Маис” проект-төҙөлөш пр‑тиеһы ЯСЙ (икеһе лә — Өфө), 2004 й. алып Өфөнөң баш архитекторы. 2012 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй (Мәскәү ҡ. Генераль планы ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑ты дир. 1‑се урынбаҫары). Башҡортостан ҡалаларында 25‑тән ашыу ҡала төҙөлөшө һәм архитектур проекттар (торлаҡ йорттар, адм., йәмәғәт биналары һ.б.), ш. иҫ. 2002 й. Германия күгендәге авиация һәләкәтендә ҡорбан булғандар иҫтәлегенә Мемориаль комплекс (2003), Гоголь урамындағы торлаҡ йорттар (2000; икеһе лә — Өфө), Өфө кизе-мамыҡ комбинатының биналарын һәм ҡоролмаларын реконструкциялау (2006) авторы.

Б.Ф.Любимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019