Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НЕФТЕГАЗОВОЕ ДЕЛО", ғилми‑техник журнал

Просмотров: 1240

“НЕФТЕГАЗОВОЕ ДЕЛО" (“Нефть һәм газ эше"), ғилми‑техник журнал. Ойоштороусыһы – ӨДНТУ. 2003 й. алып Өфөлә йылына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы – 1 мең дана (2008). Журналда нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм газ сәнәғәте өлкәләрендәге ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре баҫыла, респ. һәм РФ нефть һәм газ компанияларының эшмәкәрлеге, яңы ғилми баҫмалар һ.б. т‑да мәғлүмәт бирелә. Рубрикалары: “Геология һәм геофизика", “Быраулау һәм тауҙы үҙләштереү”, “Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү", “Транспорт һәм һаҡлау", “Машина һәм аппараттар", “Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡлау" һ.б. Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы тарафынан журнал “Фән канд. һәм докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәрҙең дисс. иң мөһим ғилми һөҙөмтәләре баҫылырға тейешле РФ‑та нәшер ителгән төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә” индерелгән.

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019