Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих)

Просмотров: 479

ИГЕЛЬСТРОМ Иосиф (Осип) Андреевич (Отто Генрих), Игельстрём И.А. (7.5.1737 — 1817, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18.3.1823, Лифляндия губ. Гарсден ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант, инфантериянан ген. (1790—96 йй. ген.‑аншеф). Изге Рим империяһы графы (1792). 1768—74 йй. рус‑төрөк һәм 1788—90 йй. рус‑швед һуғыштарында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашыусы. 1756—98 йй. рус армияһында. 1776—84 йй. Хәрби коллегия ағзаһы. 1784—92 йй. Өфө һәм Сембер ген.-губернаторы, 1796—98 йй. Ырымбур хәрби губернаторы. Ырымбур сик һыҙығының торошона күҙәтеүҙе көсәйтә, 1785 й. Ырымбур сик һыҙығында мәсеттәр төҙөү, 1788 й. Өфө мосолман дини йыйылышын (ҡара: Ырымбур мосолман дини йыйылышы) ойоштороу инициаторы була. 1789 й. башҡ. улустарында хәрби-адм. үҙгәртеүҙәр башлай (улар 1798 й. идара итеүҙең кантон системаһын индереү м‑н тамамлана), Рәсәйҙең Урта Азия илдәре м‑н сауҙа мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән саралар системаһын эшләй. 1792 й. алып Псков һәм Смоленск ген.‑губернаторы, 1793—94 йй. Киев, Чернигов һәм Новгород-Северск ген.‑губернаторы вазифаларын башҡара. Изге Андрей Первозванный (1790), 3‑сө дәрәжә Изге Георгий (1770), Изге Александр Невский орд., алтын шпага (1790) м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Асфандияров А.З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865). Уфа, 2005.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019