Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨҘӘЙ КАНТОНЫ

Просмотров: 885

 

КӨҘӘЙ КАНТОНЫ, 1919 й. мартында Өфө өйәҙенең Бүләкәй-Көҙәй, Урман-Көҙәй, өлөшләтә Иглин һәм Надеждин улустарынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың К.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта — Бөрө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Дыуан кантоны, көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Тамъян- Ҡатай кантоны, көньяҡта — Табын кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Өфө өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Яңы Күл ауылы. Майҙаны — 3294 км2. Халҡы 1920 й. — 27725 кеше. 4 күн заводы, 3 кирбес заводы, дегет һәм һабын ҡайнатыу з‑дтары эшләй. 1921 й. 17 китапхана, 17 уҡыу өйө, халыҡ театры була. 1922 й. окт. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы (2 улус) Өфө кантоны составына инә.

 

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023