Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ”, йәмәғәт ойошмаһы

Просмотров: 922

“ЛЕРМОНТОВ ҮҘӘГЕ” Башҡортостан Республикаһы хәйриә йәмәғәт ойошмаһы, тыуған ил мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында булдырылған. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: М.Ю.Лермонтовтың тормошон һәм ижадын өйрәнеү, уға арналған саралар, камерный әҙәби‑муз. һәм тематик осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу. Үҙәк “Лермонтов мираҫы” (“Лермонтовское наследие”, Мәскәү) ассоциацияһы м‑н, Лермонтовтың Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге нәҫелдәре м‑н ижади бәйләнеш тота, Бөтә Рәсәй Лермонтов көндәрен үткәреүҙә ҡатнаша, БР‑ҙың, РФ‑тың, сит илдәрҙең әҙәби һәм художестволы музейҙары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: