Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ

Просмотров: 959

ҠЫҘЫЛ МӘСЕТ, Туҡ кәшәнәләре, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары төркөмө. 14 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыҙыл Мәсет а. янында Быҙаулыҡ й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1953 й. Ырымбур өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспедицияһы тарафынан асыла, 1968—70 йй. С.А.Попов өйрәнә. Көнбайыштан көнсығышҡа табан теҙелгән 3 кәшәнәнән тора. 2 камералы ҡоролмалары, көнсығышҡа йә көньяҡҡа ҡараған ишектәре булған, тип фараз ителә. 1‑се кәшәнәнең (6,5×12,5 м) стеналары (ҡалынлығы 0,5 м) һәм иҙәне яндырылған, сей кирбестән һалынған. Аҙ күләмдә тупраҡ өйөп яһалған тура мөйөшлө 7 ҡәбер (2‑һе көньяҡ, 5‑һе төньяҡ өлөштә) табылған. Мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Металл (осонда цилиндр булған ҡыуыш көпшә, табаҡ), балсыҡ (һауыт, сынаяҡ) әйберҙәр, ш. уҡ барса киҫәктәре табылған. 2‑се кәшәнәнең (5×9 м) стеналары яндырылған кирбестән һалынған. 3 ҡәбер (ир-аттыҡы һәм 2 ҡатын- ҡыҙ) табылған. Ир-ат ҡәбере төрбәлә урынлашҡан. Мәйет ағас улаҡҡа салҡан һалып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Тимер саҡма һәм айыл, саҡматаш, күн киҫәктәре, нәҙек ҡыуыш һөйәк табылған. Ҡатын-ҡыҙҙар тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында ерләнгән. Тимер ҡайсы, ағас һауытта көмөш көҙгө табылған. 3‑сө кәшәнәлә (5,6×6,3 м) 2 ҡәбер асыҡланған (тимер өҙәңге, ҡайсы табылған). Ҡ.м. янында ш. уҡ кирбес яндырыу мейесе (3,7×5,7 м, бейеклеге 1,5 м) табылған. Ерләүҙә мосолман йолаһы элементтары күренә. Ҡомартҡы материалдары Ырымбур өлкә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: П о п о в С.А. Тайны Пятимаров: очерки по древней и средневековой истории Оренбургских степей. Челябинск, 1971.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019