БАШҠАРМА ВЛАСТЬ
2096
БАШҠАРМА ВЛАСТЬ, дәүләт власының дәүләт эштәре м‑н идара итеү функцияларын башҡарыусы үҙ аллы тармағы. Б.в. закондар сығарыу власы акттарын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен ҡабул итә. Башҡортостанда Б.в. функцияларын Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы, Башревком, Халыҡ комиссарҙары советы башҡарған. 1938 й. алып Б.в. юғары органы — Министрҙар Советы, 1993 й. — БР МК‑һы,2002 й. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Шулай уҡ ҡара: Суд власы.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: