Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОЛОҠ ТӨҘӘТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

Просмотров: 1013

ХОЛОҠ ТӨҘӘТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, РФ енәйәт-башҡарыу системаһында иректән мәхрүм итеү рәүешендә язалауҙы башҡарған учреждениелар. Х.т.у. дөйөм, ҡаты һәм махсус режимдарҙағы холоҡ төҙәтеү колониялары, тәрбиә биреү колониялары, дөйөм, ҡаты режимдарҙағы төрмәләр, дауалау-иҫкәртеү һәм дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениелары инә.

Башҡортостанда ҡулға алыу һәм төрмә йорттары, баструктар 16 б. 2-се ярт. билдәле; Өфө кремле урынында ағас төрмә булған (1759 й. янған). Х.т.у. идара итеү һәм уларҙы ҡарау воеводаларға, хужалыҡ эшендәге баярҙарға, ҡала приказчиктарына һ.б. йөкмәтелгән. 17 б. аҙ. алып Бөрө, Көңгөр, Минзәлә, Өфө һ.б. ҡалаларҙа, ҡәлғәләрҙә аманат йорттары барлыҡҡа килә. 1784 й. Өфөлә хөкөм ителгәндәр өсөн режим корпусы, 1797 й. Стәрлетамаҡ ҡ. – Себергә һөргөнгә ебәрелгәндәр өсөн төрмә төҙөлә, 1824 й. бында Александр булып китә. 1775 й. башлап “әҙәпһеҙ тормош алып барған” кешеләр өсөн тынысландырыу йорттары эшләй. 1821 й. алып Ырымбур губернаһының өйәҙ ҡалаларында төрмәләр төҙөлә башлай. 1826 й. Өфөлә Төрмә урамында (хәҙ. Достоевский урамы; Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы һәм 1-се тәфтиш изоляторы урынлашҡан) төрмә төҙөлә, унда сиркәү эшләй. Төрмәлә бөтә ҡатлам тотҡондары (1852 й. 224 хәрби, 195 дәүләт крәҫтиәне, 90 удел крәҫтиәне, 52 алпауыт крәҫтиәне, 27 мещан вәкиле тотҡонлоҡта була), ш. уҡ Өфө губернаһынан ғына түгел, күрше губерналарҙан да сәйәси тотҡондар (1852 й. 598 кешенең 10-һы Өфөнән була) тотола. 1849 й. башлап Өфөлә арестанттар ротаһы — һөргөнгә йәки каторгаға һ.б. хөкөм ителгәндәр өсөн ҡаты режимдағы Х.т.у. иҫәптә була. 1867 й. Өфө губ. төрмәләрендә 1 меңгә яҡын тотҡон, ш. иҫ. Өфөлә — 482, Бөрөлә — 175, Стәрлетамаҡта — 144, Минзәләлә — 139, Бәләбәйҙә – 60 кеше иҫәпләнә. 1874 й. 5 төрмә (5773 тотҡон), тынысландырыу бүлексәһе м-н 1 хеҙмәт йорто (Өфө) һәм 2 этап (Минзәлә өйәҙе һәм Златоуст өйәҙе) була.

19 б. 2-се ярт. тиклем төрмәләр эшен күҙәткән үҙәк орган булып губерна идараһы, ш. уҡ 1850 й. башлап Н.А.Гурвич етәкс. Өфө губерна төрмәләр попечителлеге ком-ты һанала. Төрмә реформаһына ярашлы, 1879 й. Рәсәйҙә ЭЭМ (1895 й. алып Юстиция министрлығы) составында Баш төрмә идаралығы етәкс. берҙәм төрмә системаһы булдырыла. Ябылған тынысландырыу һәм хеҙмәт йорттары, арестанттар ротаһы, бурыс төрмәләре һ.б. урынына крепостной, дөйөм типтағы һәм каторга төрмәләре ойошторола. Революциянан (1917) һуң язаға тарттырыу тотҡондар йорттарында, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙарында, холоҡ төҙәтеү колонияларында башҡарыла. 1918 й. июнендә Өфө губ. Губерна революцион ком-ты булдырыла, унда Өфө штраф командаһы (1920 й. июлендә Ҡала хужалыҡ ком-ты ҡарамағына күсерелә) һәм өйәҙ мәжбүри эштәр бюроһына идара иткән мәжбүри эштәр бүлеге ойошторола. Респ. терр-яһында Өфө үҙәк холоҡ төҙәтеү йорто, Белорет, Бөрө, Бәләбәй ҡҡ., Үрге Ҡыйғы а. кантон холоҡ төҙәтеү йорттары; “Дедово” (хәҙ. 1-се Стәрлетамаҡ тәрбиә биреү колонияһы) һәм “Пахарь” а.х. колониялары, концентрацион лагерь була. 1924 й. Арғаяш, Мәсәғүт, Йылайыр холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт йорттары, 1926 й. Бөрө һәм Белорет ҡҡ. тәфтиш изоляторҙары асыла. Сәйәси репрессиялар йылдарында хөкөм ителгәндәр Туймазы ҡ., Оло Теләк ҡасабаһында, Ҡаҙаяҡ, Красный Холм аа. “Башспецнефтестрой” (хәҙ.“Эколог — Башспецнефтестрой” ЯАЙ) төҙөлөш участкаларында эшләй. 1934 й. – холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт бүлеге, 1937 й. БАССР б-са РСФСР Эске эштәр ХК идаралығының (1943 й. алып БАССР ЭЭМ-ының Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары һәм колониялары идаралығы, 1969 й. — холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары бүлеге) төрмәләр бүлеге ойошторола. 1997 й. башлап Х.т.у. БР ЭЭМ-ының Яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы, 1998 й. – БР б-са РФ Юстиция министрлығының Яза башҡарыу баш идаралығы, 2004 й. — БР б-са РФ Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы ҡарамағында була.

БР-ҙа Стәрлетамаҡта (2), Өфөлә (1) дөйөм, Мәләүез (1), Салауат (2), Өфө (2) ҡҡ.ҡаты, Салауатта (1) махсус режимдағы холоҡ төҙәтеү колониялары; Өфөлә дауалау-иҫкәртеү (1) һәм Салауатта (1) дауалау-холоҡ төҙәтеү; Стәрлетамаҡта (1) тәрбиә биреү колонияһы; Өфөлә (1) һәм Стәрлетамаҡта (1) холоҡ төҙәтеү колонияһы-торамаһы һәм Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә 1-әр тәфтиш изоляторы эшләй (2018). 2018 й. БР-ҙа Х.т.у. һәм тәфтиш изоляторҙарында 1,8 меңгә яҡын тотҡон була.

 

А.И.Сычёв, В.В.Шалыгин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: