КАРАУЛОВА Нина Александровна
КАРАУЛОВА (Караулова‑Дубенская) Нина Александровна (29.7.1886, Каинск ҡ. Томск губ. — 1975, Өфө), йырсы (колоратур сопрано). БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1946). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1916). Киев консерваторияһын тамамлағандан һуң (1915; В.А.Цветков класы) Киев опера театры солисы. 1922 й. алып Екатеринослав, Һарытау, Житомир, Әстерхан, Томск, Мәскәү ҡҡ. эшләй. 1938—56 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, бер үк ваҡытта 1960 й. тиклем БДОБТ‑ның вокал б‑са консультанты. Төп партиялары: Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, Ш.Гуно), Виолетта (“Травиата”, Дж.Верди), Людмила (“Руслан һәм Людмила” — “Руслан и Людмила”), Антонида (“Иван Сусанин”, икеһе лә — М.И.Глинка), Ҡарһылыу (Н.А.Римский‑Корсаковтың ш. уҡ исемле операһы) һ.б. Уҡыусылары араһында Ш.З.Ҡолбарисов, ТАССР‑ҙың атҡ. артисы Ф.Таһирова.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова
Илл: Н.А.Караулова