Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠАРАҺАҠАЛ”, көй

Просмотров: 1111

“ҠАРАҺАҠАЛ”, “Хәрби марш”,  “Ҡараһаҡал маршы”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский тарафынан Ишғәле Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) бер нисә вариантта фонографҡа яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “Ҡ.” бер вариантын Ф.Х.Камаев яҙып ала. Ҡараһаҡалға арналған. Көй вариация формаһында, марш-бейеү характерында; тема тоника квартсекстаккорды өндәре аша бирелеп квинта тонында тамамлана. Башҡарыусылар араһында Ю.И.Ғәйнетдинов, С.И. Дилмөхәмәтов. Шул уҡ исемле эпос (ҡара: “Ҡараһаҡал”) бар. М.А.Буранғолов мәғлүмәттәре б‑са, йыры һәм тарихы м‑н оҙатылған ш. уҡ исемле бейеү булған. 

Әҙәб.: Камаев Ф. Ҡурай моңдары=Напевы курая. Өфө, 1991.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019