ИВАНОВ Виталий Петрович
ИВАНОВ Виталий Петрович (3.6.1952, БАССР-ҙың Бишбүләк р‑ны Вишнёвка ҡсб), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2006). Сыуашстан Республикаһының атҡ. фән эшмәкәре (2008). Сыуаш ун‑тын тамамлаған (1976). 1976—78 йй., 1981—92 йй. һәм 1997 й. башлап Сыуаш гуманитар фәндәр ин‑тында эшләй (2006 й. алып баш ғилми хеҙм‑р, 2013 й. — этнология һәм соц. тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире). 1993—96 йй. Сыуашстан Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре б‑са министры, 1996 й. Президент советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре сыуаштарҙың этник тарихы һәм мәҙәниәте проблемаларына, тарихи демография һәм география мәсьәләләренә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сыуашстан Республикаһының фән һәм техника (2001), әҙәбиәт һәм сәнғәт (2006) өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты.
Хеҙм.: Чуваши: этническая история и традиционная культура. М., 2000; Чувашский костюм от древности до современности. М., 2002 (авторҙ.); Образование Чувашской автономии: предпосылки, проекты, этапы. Чебоксары, 2010 (авторҙ.); История этнографии чувашского народа. Чебоксары, 2011.
В.В.Максимов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина