Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХ

Просмотров: 1271

ТАРИХ, йәмғиәт үҫеше барышын өйрәнгән ижт. фәндәр комплексы. Бөтә донъя Т. һәм айырым ил, халыҡтар Т. тора. Хронология б‑са боронғо, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы Т. айырыу ҡабул ителгән. Башҡортостанда Т. фәненең Рәсәй һәм уның башҡа төбәктәре Т. оҡшаш структураһы бар. Тикшеренеү объекты (ҡара: Тарихи сығанаҡтар) б‑са махсус һәм ярҙамсы фәндәргә (дисциплиналарға) бүлеп йөрөтөлә. Археология, антропология, археография, архивтарҙы өйрәнеү (архивтарҙың төҙөлөүен, үҫешен һәм эшен өйрәнеү), геральдика (гербтарҙы һүрәтләү, өйрәнеү һәм төҙөү), нумизматика (аҡса баҫыу һәм аҡса әйләнешенең барлыҡҡа килеүен, үҫешен өйрәнеү, аҡсаны һүрәтләү һәм йыйыу; ҡара: Аҡса), палеография, славяндар тураһында фән, сфрагистика (мисәттәрҙе өйрәнеү һәм һүрәтләү), төркиәт, этнография, этнолингвистика, этнопсихология айырыла, историография айырым урын алып тора. Ғәмәли тарихи фәндәр (хәрби, иҡт. Т., тарихи география, демография, ил һәм төбәктәрҙе өйрәнеү, ш. иҫ. Башҡорттар тураһында фән) үҫеш алған. Мәҙәниәт, фән һәм техниканың төрлө өлкәләренең Т. шуларға ярашлы фәндәрҙең (математика, физика һ.б. тарихы) һәм сәнғәт төрҙәренең (музыка, театр һ.б. тарихы) тарихи бүлектәре тарафынан өйрәнелә.

18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Башҡортостанда Т. үҫеше И.И.Георги, И.И. Лепёхин, П.С.Паллас (ҡара: Академик экспедициялар), В.В.Радлов, С.У.Ремезов, Н.П.Рычков, С.Соммье, В.Н. Татищев, И.П.Фальк һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле була. 19 б. Т. фәнен өйрәнеүгә Ырымбур ғилми архив комиссияһы (ҡара: Архив комиссиялары), Ырымбур губерна статистика комитеты, Губерна земствоһының статистика ком‑ты (1864), губерна статистика комитеттары, Өфө губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей), Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе (ҡара: Рус география йәмғиәте) ҙур өлөш индерә. 19 б. аҙ. — 20 б. 1‑се ярт. Т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Н.А.Аристов, Ә.Ә.Вәлидов, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, В.И. Лебедев, П.И.Небольсин, М.И.Өмөтбаев, Н.В.Ремезов, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков, Ш.И.Типеев, В.И. Филоненко, В.М.Флоринский, Р.Ф. Фәхретдинов һ.б.; 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында Б.Ә.Аҙнабаев, А.И. Аҡманов, И.Ғ.Аҡманов, Р.Ғ.Буканова, А.С.Верещагин, И.М.Гвоздикова, У.Б.Ғайсин, В.А.Иванов, Р.М.Йосопов, Р.З. Йәнғужин, Рөст. Ғ. һәм Р.Ғ.Кузеевтар, С.Ф.Ҡасимов, Н.М.Ҡолбахтин, М.М.Ҡолшәрипов, Е.Ҡ.Миңлебаев, Н.А.Мәжитов, Г.Т.Обыдённова, А.Х.Пшеничнюк, М.И.Роднов, Х.Ф. Усманов, Ә.Н.Усманов, Ә.З. Әсфәндиәров, Б.Х.Юлдашбаев, А.Б.Юнысова һ.б. исеме м‑н бәйле. 20 б. Т. фәне археология, антропология, этнография һ.б. өлкәләге асыштар м‑н тулылана.

Айырым фән һәм техника Т. өйрәнеү м‑н В.Н.Зенцов, Л.К. Кузнецов, Б.Н.Мастобаев, Д.Л. Рахманҡолов, Е.А.Удалова, Р.Р.Чанышев, Г.К.Әминева, Ә.Х.Әһлиуллин һ.б. шөғөлләнә. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте (ҡара: Тыуған яҡты өйрәнеү), Академ үҙәк, Истпарт, юғары уҡыу йорттарында Т. ф‑ттары һәм кафедралары (ҡара: Тарих буйынса белем биреү), ҒТИ (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Этнологик тикшеренеүҙәр институты), музейҙар (ш. иҫ. тарихи музейҙар), архивтар (ҡара: Ғилми архив, Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы, Тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең үҙәк архивы, Үҙәк тарих архивы), Фәндәр академияһын һ.б. асыу Т. фәне үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә була. “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Проблемы востоковедения”, “Ватандаш”, “История науки и техники” (“Фән һәм техника тарихы”), “Вопросы истории естествознания и техники” (“Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы мәсьәләләре”), “Йәдкәр” һ.б. ғилми һәм ижт.-сәйәси журналдар БР‑ҙа Т. фәне үҫешен сағылдыра.

Р.Ғ.Буканова, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023