Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы

Просмотров: 1161

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы (7.9.1959, БАССР-ҙың Иглин р-ны Меңйетәр а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1989 й. алып РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында эшләй (Мәскәү), 1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта РФА‑ның Соц. реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы б‑са ғилми советының ғилми секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре революция (190507), революция (1917), Граждандар һуғышына, 20 б. беренсе ярт. Рәсәйҙә мосолмандарҙың милли‑азатлыҡ хәрәкәтенә, мосолман эмиграцияһына арналған. И. ҡатнашлығында Ә.Ә.Вәлидовтың “Хәтирәләр. Төркөстан һәм башҡа көнсығыш төрки мосолмандарының миллилеге һәм мәҙәниәте өсөн көрәше” (“Воспоминания. Борьба мусульман Туркестана и других восточных тюрок за национальное существование и культуру”; 1997) мемуары һәм уның Төркөстан мосолмандары лидеры М.Чоҡаев м‑н алышҡан хаттары “Рәсәй эмиграцияһы тарихынан: Ә.З.Вәлидов һәм М.Чоҡаевтың хаттары: 1924—1932 йй.” (“Из истории российской эмиграции: письма А.З.Валидова и М.Чокаева: 1924—1932 гг.”; 1999) баҫмаға әҙерләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡ‑ара тарих фәндәре ком‑тының Рәсәй революцияһы тарихы б‑са халыҡ‑ара комиссияһының ген. секретары (2002—10).

Хеҙм.: Российские мусульмане и революция (весна 1917 г. – лето 1918 г.). М., 2003; Первая русская революция и мусульмане Российской империи. М., 2007.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: