Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Таһирйән Шакир улы

Просмотров: 1292

КӘРИМОВ Таһирйән (Таһир) Шакир улы [5.1.1912, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Әхмәр а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 21.7.1978, Өфө], композитор. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1972) һәм атҡ. артисы (1953). Композиторҙар союзы ағзаһы (1950). Башҡ. муз. уч‑щеһын тамамлаған (1953; Ф.М.Сиразетдинов класы). 1937 й. алып Урман з‑ды хоры (Архангельск ҡ.), 1939 й. — “Нефтсе” (Ишембай ҡ.) клубы йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, 1940 й. — Башҡ. филармонияһы Башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбленең, 1957—72 йй. БАДТ‑ның муз. бүлеге мөдире. Әҫәрҙәре араһында Баян һәм халыҡ муз. ҡоралдары оркестры өсөн концертино (1947), Тынлы оркестр өсөн марш (1970), халыҡ муз. ҡоралдары оркестры өсөн “Волга менән Урал араһында” (“Между Волгой и Уралом”) сюитаһы (1976), Ҡыллы квартет (1967), баян өсөн концерт пьесалары, башҡ. шағирҙары шиғырҙарына вокаль‑хор әҫәрҙәре (150‑нән ашыу йыр, романс, хор) һ.б. бар. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Ете ҡыҙ” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре; Башҡорт драма театрының 35 спектакленә [М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” (1953), “Ҡыҙ урлау” (1958), “Ай тотолған төндә” (1964), “Айгөл иле” (1968), Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” (1971), И.А.Абдуллиндың “Тиле йәшлек” (1972) һ.б.] муз. авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1957).

Хеҙм.: Йырҙар=Песни. Өфө, 1964; Йырҙар һәм романстар. Өфө, 1971.

Әҙәб.: Гиляжев Х. Тагир Каримов. Уфа, 1967.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023