Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, опера

Просмотров: 974

“ҠАҺЫМ ТҮРӘ”, З.Ғ.Исмәғилевтең 2 шаршаулы операһы. 1999 й. яҙылған. Премьераһы 2002 й. 4 окт. БДОБТ‑ла үтә (И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, дирижёры А.А.Людмилин, реж. И.А.Ғәбитов, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х. Ғәйфуллина, балетм. Ш.Ә.Тереғолов). Төп партияларҙа: Ф.З.Сәлихов (Ҡаһым), Х.Ә.Ишбулдин (Илмырҙа), М.С.Шәрипов (Хангилде, Абдулла), Л.Ғ.Әхмәтйәнова (Ҡаһымдың әсәһе), О.И.Хөснөтдинова (Сафия), Р.Ә.Хәбибуллин (Буранбай), С.Ф.Сөләймәнов (Насир), Р.Ф.Көсөков (Кутузов), Ә.С.Хәмбәлеева (Зәлифә), Г.Н.Коробов (Француз офицеры). Ватан һуғышында (1812) башҡ. яугирҙарының батырлығын данлаған легендар полководец Ҡаһым Мырҙашев т‑дағы халыҡ‑музыкаль драма. Сюжет нигеҙендә — бер алышта булған ваҡиғалар һәм Ҡаһымдың үлеме. Төп урынды операла күмәк сәхнәләр биләп тора; башҡ. муз. фольклоры (алты халыҡ көйө, ш. иҫ. төп геройҙың лейтмотивына әйләнгән “Ҡаһым түрә” йыры) киң файҙаланылған.

Әҙәб.: Исмәғилев З. Әҫәрҙәр: 5 томда. Өфө, 2009; Галина Г.С. Башкирская национальная опера как документ эпохи: (сюжеты, образы, драматургия). Уфа, 2010.

М.Ф.Луговая

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: