Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы

Просмотров: 1667

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсеғол а.), йырсы (сопрано). Профессор (2013). РФ‑тың халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.А.Букатованың хор менән дирижёрлыҡ итеү класы, Р.А.Мусинаның яңғыҙ йырлау класы) Башҡ. дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—97 йй. һәм 2000 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Күп яҡлы һәләтле йырсы; һирәк осрай торған матур һәм бай тембрлы, тәрән һәм тулы яңғырашлы тауышҡа, ҙур драматик темпераментҡа, артислыҡ маһирлығына һәм камил башҡарыу техникаһына эйә.

  Төп партиялары: Әминә (“Салауат Юлаев”; дебют, 1981), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков) һ.б. Аҡсәскә (“Аҡмулла”), Һарыласәс (“Урал илселәре”), Ҡатын (“Ҡара һыуҙар” — “Чёрные воды”, С.Ә.Низаметдинов, 1989) партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында сит ил (И.С.Бах, Дж.Верди, В.А.Моцарт, Ф.Шуберт), урыҫ (С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский), башҡ. (З.Ғ.Исмәғилев, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.Ә.Мортазин, Р.В.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Х.Ф.Әхмәтов) һәм татар (М.Ә.Мозафаров, Р.М.Яхин) композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, донъя халыҡтары йырҙары. “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Томан”, “Урал”, “Һаҡмар”, “Шәүрә”, “Ямантау” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарғанда классик һәм милли башҡарыу алымдарын тәбиғи яраштыра.

Союздар йортоноң Колонналар залы, Кремлдең Съездар һарайы (икеһе лә — Мәскәү ҡ.), “Вигадо” концерт залы (Будапешт ҡ., Венгрия) сәхнәләрендә сығыш яһай. “Башҡортостан—Галле” Дуҫлыҡ аҙналығында (ГДР, 1979); Яҡут (1978) һәм Татар (1989) АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә; Сыуаш АССР‑ында (1981), ГДР‑ҙа (1984, 1986) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, С.‑Петербург (2001), Мәскәү һәм Ырымбур ҡҡ. (икеһе лә — 2007) БР көндәрендә, Әзербайжанда (Баҡы ҡ., 2000), Австрияла (Баден ҡ., 2005) Рәсәй көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 17 иле буйлап гастролдәрҙә була. “Халҡым йыры” (1995) музыкаль‑әҙәби‑видео йыйынтығын төҙөүсе.

  Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар конкурсы (1974), Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Ленинград ҡ., 1979), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (1985) лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2022).

  Әҙәб.: Давыдова Э. Урал ынйыһы: Флүрә Килдейәрованың йыр сәнғәте=Жемчужина Урала: вокальное искусство Флюры Кильдияровой. Өфө, 2006.

Э.Ә.Әхмәтшина, В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2022
Шәхестәр: