Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРӘЕВ Олег Хөсәйен улы

Просмотров: 984

КИРӘЕВ Олег Хөсәйен улы (6.2.1963, Өфө), саксофонсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2012). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1982; Н.А.Үтәшев класы). 1980—82 йй. һәм 1996 й. Башҡ. филармонияһы музыканты, 1985 й. алып 11‑се балалар музыка мәктәбендә уҡыта, 1986 й. — Башҡ‑н респ. муз. ансамблдәр берекмәһе музыканты, 1987—89 йй. Респ. халыҡ ижады үҙәге методисы, 1990—92 йй. “Интер‑джаз” ижади берекмәһе музыканты, 1993—95 йй. “Башкультинвест” ЯСЙ‑ның художество етәксеһе (бөтәһе лә — Өфө), 1997 й. алып “Cool Train” джаз клубының, 2006 й. — РФ Композиторҙар союзы клубының (икеһе лә — Мәскәү) арт‑дир., бер үк ваҡытта 2010 й. алып БР президентының мәҙәниәт б‑са кәңәшсеһе. К. ижадының төп үҙенсәлеге — хәҙ. заман джаз (модаль джаз, нео‑боп, фьюжн) стилистикаһын башҡ. һәм татар фольклоры м‑н берләштереү. Репертуарында джаз классикаһы, хәҙ. заман джаз оҫталарының композициялары һәм үҙенең әҫәрҙәре (“Төнгө сәйәхәт” — “Ночное путешествие”, “Романтика”, “Сәйер хат” — “Странное письмо”, “Song for Sonny”, башҡ. халыҡ йырҙары “Абдрахман кантон”, “Ҡарабай”, “Каруанһарай” һ.б. темаларға композициялар). Халыҡ‑ара джаз музыканттары ассоциацияһы ағзаһы, “Өфө” Бөтә Союз джаз фестивален (1988) һәм “Джаз‑форум” Халыҡ‑ара (1989) фестивален (бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусы. Бөтә Союз, бөтә Рәсәй, халыҡ‑ара джаз фестивалдәрендә (1987 й. алып) ҡатнаша. Бөтә Союз джаз фестивалдәре (Куйбышев, Чебоксар ҡҡ.; икеһе лә — 1986) дипломанты. Рәсәй һәм сит илдәр (АҠШ, Англия, Германия, Франция, Швейцария һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Л.К.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019