Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл

Просмотров: 912

ИВАНОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т. ‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Юрмый й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1093 кеше; 1920 — 1538; 1939 — 1147; 1959 — 1144; 1989 — 837; 2002 — 750; 2010 — 749 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре Ивановский а. булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 132 йортта 914 кеше йәшәгән. Сиркәү (1894 й. төҙөлгән), ат тирмәне, 2 май яҙыу бинаһы, ел тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 4 ел тирмәне, 4 тимерлек, фельдшер пункты, шарап һәм һыра кибеттәре, халыҡ аудиторияһы, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән; шөғөлдәр араһында балта эше, һөнәрселәр кәсебе булған. 50‑се йй. уртаһында И. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Покровка (Юрмый) а. ҡушылған. М.Г.Гаршин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019