Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОКУРИН Борис Степанович

Просмотров: 798

КОКУРИН Борис Степанович (10.9.1920, Саранск ҡ. — 3.2.1983, Әстерхан ҡ.), йырсы (драматик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау консерваторияһын тамамлағандан һуң (1950; К.А.Корзюкова класы) Һарытау, 1951 й. алып Новосибирск опера һәм балет театрҙары, 1960—82 йй. БДОБТ солисы. 50‑нән ашыу партия башҡара: Родион (“Бөтә йөрәктән” — “От всего сердца”, Г.Л.Жуковский; дебют, Һарытау опера һәм балет театры, 1950), Отелло (ш. уҡ исемле опера), Радамес (“Аида”), Манрико (“Трубадур”; бөтәһе лә — Дж.Верди), Хозе (“Кармен”, Ж.Бизе), Герман (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Григорий Мелехов (“Тымыҡ Дон” — “Тихий Дон”, И.И.Дзержинский) һ.б. Концерт репертуарында сит ил, урыҫ һәм ватан комп. әҫәрҙәре. СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз совет опера ижады фестивале (Новосибирск ҡ., 1957), Бөтә Рәсәй драма, муз. һәм балалар театрҙарының опера спектаклдәре смотры (Өфө, 1967) дипломанты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1950).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Б.С.Кокурин Николас партияһында (“Куба ҡыҙы” — “Дочь Кубы”, К.Я.Листов)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019