Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 599

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 201; 1939 — 165; 1959 — 150; 1989 — 105; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1684 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар килеп ултырған) алып билдәле. Шулай уҡ Апас исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 41 башҡорт (5 йорт) һәм 56 мари йәшәгән, 1865 й. 16 йортта — 87 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: