Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы

Просмотров: 1615

ҠОБАҒОШОВ Айрат Миңлеәхмәт улы [1.2.1950, БАССР‑ҙың Күмертау районы Таймаҫ а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 6.9.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], композитор, фольклорсы. Профессор (2013). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; З.Ғ.Исмәғилев класы) БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире. 1985—2016 йй. ӨДСА‑ла фольклор кабинеты мөдире, 1986 й. — уҡытыусы, 1996–2012 йй. башҡ. музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире. Уның музыкаһы романтизм һәм милли колорит һыҙаттарын берләштерә, башлыса оҙон көй стилистикаһына нигеҙләнеп ижад ителгән. Әҫәрҙәре араһында “Шоңҡар” операһы (1985, Ғ.Сәләмдең шул уҡ исемле поэмаһына үҙе яҙған либреттоһы), “Ғилмияза” симфоник поэмаһы (1985), ҙур симфоник оркестр өсөн Симфония-поэма (1990), ҡурай менән симфоник оркестр өсөн Поэма-фантазия (2013); Р.С.Назаров шиғырҙарына “Тауҙар тураһында уйланыу” хор поэмаһы (1986); камера-инструменталь әҫәрҙәр, башҡ. шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу вокаль әҫәр (ҡара: Вокаль музыка). Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн 50‑нән ашыу әҫәр, драма спектаклдәренә, кинофильмдарға музыка, уҡытыу-методик дәреслектәр һәм программалар авторы; балалар өсөн фольклор‑музыкаль йыйынтыҡтарҙың автор‑төҙөүсеһе. 300‑ҙән ашыу башҡ. халыҡ йырын һәм көйөн нотаға һалған, 250‑нән ашыуын эшкәрткән. Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдарын (дөңгөр, думбыра, ҡыл ҡумыҙ һ.б.) тергеҙеү инициаторы. Сәнғәт училищеһында башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын (1992), Сәнғәт академияһында башҡ. музыкаһы факультетын ойоштороусыларҙың береһе (1996). Уҡыусылары араһында Р.Р.Рәхимов, А.Д.Рәхмәтуллин, Р.Н.Юлдашев, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.М.Кейекбирҙин. Б.В. һуғышында Еңеүҙең 45 һәм 50 йыллығына (1990, 1995), Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға (2004) арналған Республика музыкаль әҫәрҙәр конкурстары лауреаты.

  Хеҙм.: Урман йыры. Өфө, 2014; Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997; Курай: учеб. пособие. Уфа, 2012; Произведения для кыл-кубыза и фортепиано. Уфа, 2014.

  Әҙәб.: Г а л и н а Г. Айрат Ҡобағошов // Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

Ф.И.Сәфәрғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Ф.И.Сәфәрғолова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.09.2022