Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУМЫҘ

Просмотров: 1678

ҠУМЫҘ, үҙьяңғырашлы телле башҡ. музыка ҡоралы. Металдан йәки ағастан (һирәкләп һөйәктән) эшләнә, оҙонлоғо яҡынса 8 см. Тимер Ҡ. (дуға рәүешле) остарына табан тарая барған даға рәүешендә, уның уртаһына осо бөгөп ҡуйылған нәҙек ҡорос тел беркетелә, ағас ҡумыҙ (рамлы) ҡайындан йәки сағандан тел уйып яһалған тура мөйөшлө пластинканан ғибәрәт. Тимер Ҡ. уйнағанда, уны бер ҡул м‑н тотоп, тешкә яҡын терәйҙәр ҙә ирендәр м‑н ҡымтыйҙар; ауыҙ ҡыуышлығы резонатор вазифаһын башҡара. Ҡорос телде икенсе ҡул бармаҡтары м‑н сирткән саҡта — бурдон тауыш, ауыҙ артикуляцияһын төрлөсә үҙгәрткәндә обертондар барлыҡҡа килә. Ағас Ҡ. тел осона беркетелгән епте тартҡанда тауыш сығара. Ҡ. тауышы көслө түгел, диапазоны — октава. Ҡ. — иң боронғо музыка ҡоралдарының береһе. Башҡортостанда тимер Ҡ. киң таралған, ағас Ҡ. респ. төньяҡ‑көнсығыш райондарында осрай. Элек Ҡ. башлыса ҡатын-ҡыҙ һәм балалар музыка ҡоралы булып һаналған. Унда күбеһенсә инструменталь көйҙәр һәм төрлө тауышҡа оҡшатыу өндәре башҡарыла. Яңғыҙ һәм ансамбль музыка ҡоралы булараҡ ҡулланыла. 20‑се б. 80‑се йй. Р.А.Заһретдинов Ҡ. камиллаштыра: уның яңы төрҙәрен эшләй. Күренекле ҡумыҙсылар араһында А.Б.Ғайсаров, Заһретдинов, М.М. Зәйнетдинов, Э.И.Мөфтәхетдинова. М.Х.Әхмәтовтың “Варган‑синфония”һы һ.б. әҫәрҙәрҙә Ҡ. партияһы бар. Ҡ. Л.З.Исмәғилеваның “Арҡайым” (“Аркаим”) балетында яңғыҙ һәм оркестр партияларында яңғырай. 1999 й. алып Ҡ. уйнау Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбырасылар һәм өзләүселәр конкурсы программаһына инә. 2007 й. башлап БР‑ҙың Мәсетле р‑нында Төбәк‑ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы үткәрелә. 2010 й. Заһретдинов инициативаһы м‑н Мәсетле р‑нының Оло Ыҡтамаҡ а. район тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы составында Ҡумыҙ музейы ойошторола.

Әҙәб.: З а г р е т д и н о в Р.А. Школа игры на кубызе: учеб.‑метод. пособие. Уфа,1997; К у б а г у ш е в А.М. Традиционные башкирские народные инструменты. Уфа, 1997.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019