Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠЫУАТОВ”, йыр

Просмотров: 1103

ҠЫУАТОВ”, “Ҡ ы у а т о в к а н т о н”, “Ҡ ы у а т о в с ә с ә н”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. “Ҡ.” көйөнөң варианттары тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан 1893 й. Верхнеурал өйәҙе Ҡаҙаҡҡол а. (Учалы р‑ны) ҡурайсы Ислам Моратовтан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Ю.И.Ғәйнетдинов, З.Ғ.Исмәғилев, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик‑эпик характерҙағы йыр. 1850—63 йй. кантон башлығы булған Әлмөхәмәт Ҡыуатовҡа (ҡара: Ҡыуатовтар) арналған. “Ҡ.” көйөнә һалмаҡ темп хас. Башҡарыусылар араһында К.М.Дияров, Сөләймәнов. М.Х.Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фп. өсөн эшкәртелгән. Шул уҡ исемле бейеү характерындағы инструменталь көй бар.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ. Әҫәрҙәр. 3 томда. 1‑се т. Ил азаматтары. Өфө, 1998; Галин С.Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996; Камаев Ф.Х., Шоңҡаров Н.Д. 400 башҡорт халыҡ йыры=Камаев Ф.Х., Шонкаров Н.Д. 400 башкирских народных песен. Өфө, 2011.

 

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019