Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУДАШЕВА Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы

Просмотров: 1343

ҠУДАШЕВА Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы [15.12.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 9.10.2010, Өфө], йырсы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1972), БАССР‑ҙың (1968) һәм ТР‑ҙың (1990) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1956) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1939) 1941 й. тиклем — Дүртөйлө колхоз‑совхоз театры, 1944—47 йй. БАДТ актрисаһы, 1948—56 йй. — БАССР Мәҙәниәт министрлығының Радиомәғлүмәт бүлеге, 1941—44 йй., 1956—78 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. Башҡортостанда башҡ. йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, концерт‑башҡарыу сәнғәтенең юғары кимәлгә күтәрелеүен билдәләгән өлкән быуын артистары вәкиле. Ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле, йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә булған, башҡарыу стиле тәрән хисле булыуы һәм нескәлеге м‑н айырылып торған. Респ. һәм уның сиктәрендә ҙур популярлыҡ яулай.

Репертуарында башҡ. (“Ашҡаҙар”, “Ғайса ахун”, “Ҡара урман”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Хисам”) һәм татар (“Транса”, “Йома”, “Райхан”, “Хәмдиә”) халыҡ йырҙары, Б.М.Ғайсин, З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. вокаль әҫәрҙәре. “Рәсәй” (Мәскәү), “Октябрьский” (С.‑Петербург) концерт залдарында сығыш яһай. СССР һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә була. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1996). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1991). Нуғай а. (Өфө составында), тыуған районында Келәш, Дим аа. урамдар Ҡ. исеме м-н аталған; уның исеме “Дуҫлыҡ моңо” Халыҡ-ара башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсына бирелгән (2013).

Әҙәб.: Фарида Кудашева: жизнь и творчество= Фәриҙә Ҡудашева: тормошо һәм ижады. Уфа, 2004.

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019