Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠУҢЫР БУҒА”, йыр

Просмотров: 1035

ҠУҢЫР БУҒА”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1907 й. М.А.Буранғолов тарафынан Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына, С.Ғәбәши яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында (1935) баҫтырыла. Артабанғы яҙмаларын Л.Н.Лебединский, Х.Ф.Әхмәтов башҡара. Шиғри тексы “Ҡуңыр буға” эпосы фрагментынан ғибәрәт: юғалған Ҡуңыр буғаны эҙләп сыҡҡан ҡыҙ юлда ошо йырҙы ижад итә. Артабан йыр эпостан айырылып, үҙ аллы йәшәй башлай. Көй пентатоникаға нигеҙләнгән; йырҙың 3 өлөшлө размерҙағы башы моңло һәм эпик характерҙа; структураһы б‑са ҡыҫҡа көйгә тартым, баҫҡыстар буйлап хәрәкәт итеүсән 2 өлөшлө размерҙағы ҡушымтала малды саҡырыуҙы белдергән “һәү” ымлығы күп тапҡыр ҡабатлана. Башҡарыусылар араһында Ғ.С.Әлмөхәмәтов. Йырҙы Әхмәтов — тауыш һәм фп., А.С.Ключарёв хор һәм симфоник оркестр өсөн эшкәрткән.  

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019