Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЖАНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 831

ҠУЖАНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 117 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 407 кеше; 1920 — 391; 1939 — 237; 1959 — 186; 1989 — 501; 2002 — 499; 2010 — 420 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡужанаҡ Йомаҡ(н)аев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Айыуҡаҙыр исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 9 йортта 71 кеше йәшәгән, 1866 й. 81 йортта — 331 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән. 1939 й. алып Башҡ. Ҡужанағы булараҡ иҫәпкә алынған, 70‑се йй. ул Урыҫ Ҡужанағы һәм Яңы Асҡар аа. м‑н ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен ала.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: