Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРАЙ, муз. ҡоралы

Просмотров: 2166

 

ҠУРАЙ, башҡ. тынлы музыка ҡоралы. Ҡурай үләне һабағынан эшләнә. Оҙонлоғо 570—810 мм һәм диам. яҡынса 20 мм булған 5 тишекле (алғы яғында — 4, һыртында 1 тишек) көпшә рәүешендә. Ҡ. көйләнеше төп өндән кварта аралығындағы (доминантатоника нисбәтендә) ике мажор пентатониканың бәйләнешенән яһала һәм гексахорд (ҡара: Диатоника) тауыштар рәтен барлыҡҡа килтерә; диапазоны — яҡынса 3 октава. Башҡарыусының ҡурайға тел осо м‑н йүнәлтеп көпшәгә һауа өрөүе һәм бер үк ваҡытта бармаҡ осо м‑н тишектәргә баҫҡылауы һөҙөмтәһендә тауыш сыға. Тембры йомшаҡ, нескә, кеше тауышы тембрына яҡын (йыш ҡына өзләү м‑н оҙатыла). Ҡ. Башҡортостанда, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе өлк. киң таралған. Ҡ. т‑да тәүге документаль мәғлүмәттәр 13— 14 бб. ҡарай: И.И.Георги, С.П.Руденко хеҙмәттәрендә, С.Г.Рыбаковтың “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында телгә алына. Ҡ. уйнауҙың классик традициялары респ. көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында барлыҡҡа килә һәм киң тарала. Төбәктә Ҡ. төрлө төрҙәре — ҡыйыҡ ҡурай (ҡыялап ҡырҡылған Ҡ.), сор ҡурай (ҡыҫҡа Ҡ.; башлыса ҡатын-ҡыҙ өсөн), һыбыҙғы таралған, Ҡурған өлк. башҡорттары 2 тишекле Ҡ. ҡуллана. 1976 й. В.Ш.Шөғәйепов тарафынан ағастан Ҡ. эшләү техникаһы уйлап табыла. С.У.Баймөхәмәтов, С.И. Дилмөхәмәтов, Ә.Й.Йәнғужин, М.С.Күҙәшев, Ғ.С.Ҡобағошов, М.С.Нурдәүләтов, Р.Ф.Хөснуллин, З.И.Хәлилов кеүек ҡурай яһау оҫталары билдәле. Ҡ. — яңғыҙ уйнау, ансамблдә, оркестрҙа ҡулланылған музыка ҡоралы; ҡурайҙа инструменталь бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған программалы көйҙәр, тауышҡа оҡшаш көйҙәр, оҙон көйҙөң, ҡыҫҡа көйҙөң инструменталь варианттары башҡарыла, ш. уҡ йырға ҡушылып уйнау өсөн дә ҡулланыла. Ҡурайсылар араһында А.М. Айытҡолов, Р.Ғ.Бүләкәнов, Ю.И. Ғәйнетдинов, Дилмөхәмәтовтар, К.М.Дияров, Й.М.Иҫәнбаев, Р.Р.Рәхимов, М.А.Рәхмәтуллин, М.У.Түләбаев, Х.Б. Әхмәтов, Х.Ш.Әхмәтшин Р.Н.Юлдашев бар. Ҡ. партияһы булған муз. әҫәрҙәрҙең айырыуса билдәлеләре: А.К.Кукубаевтың Ҡурай һәм фп. өсөн пьесаһы, А.М.Ҡобағошовтың ҡурайсылар ансамбле өсөн 24 пье саһы, М.Х.Әхмәтовтың Ҡурай һәм симфоник оркестр өсөн 1‑се һәм 2‑се фантазиялары һ.б. әҫәрҙәр. Ҡ. класы тәүге тапҡыр 1971 й. Сәнғәт училищеһында Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан асыла. Ҡурайсы‑музыканттарҙы әҙерләү ш. уҡ Сәнғәт академияһында, Салауат музыка колледжында, Сибай сәнғәт колледжында, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында һ.б. музыка уҡыу йорттарында алып барыла. 1978 й. Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы, 2001 й. Ҡ. байрамы булдырыла. Баймаҡ р‑ны Туғажман тауында Ҡ. һәйкәл (проект авторы — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.Ә.Байрамғолов) ҡуйылған.

Әҙәб.: Сөләймәнов Ғ.З. Ҡурай. Өфө, 1985; Кубагушев А.М. Курай. Уфа, 2012.  

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023