Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘҒАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 707

ҠЫҘҒАУ, Читан, Урта  Нуғай, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡабан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 823 кеше; 1920 — 961; 1939 — 663; 1959 — 901; 1989 — 425; 2002 — 284; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1866 й. Бөрө өйәҙе Гәрә улусы Иҫке Нуғай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡыҙғау исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 124 йортта 678 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡыҙғау  бүлендек ауылы  барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ҡыҙғау булараҡ иҫәпкә алынған, 50‑се йй. аҙ. уның м‑н ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: