Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЖАБАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 910

ҠУЖАБАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Яманйылға (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 149 кеше; 1920 — 256; 1939 — 271; 1959 — 161; 1989 — 165; 2002 — 186; 2010 — 157 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишемғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Ҡужан(ҡ)бай (улус старшинаһы Ҡужабаҡ Аллабирҙин исеменән) исеме м‑н билдәле. 1866 й. (хәҙ. исемдә) 30 йортта 230 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. И.Ғ.Рәхмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019