Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы

Просмотров: 862

МИНКИН Искәндәр Фәйзрахман улы (23.11.1925, Кронштадт ҡ. — 29.8. 1998, Өфө), архитектор. БАССР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1975). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970 й. алып). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1958 й. тиклем һәм 1960—77 йй. БашНИПИнефть архитекторы, өлкән архитекторы, баш инженеры, 1958—60 йй. Өфөнөң баш архитекторы, 1977 й. алып “Союзспортпроект” ин‑тының Өфө зона оҫтаханаһы етәксеһе, 1979—86 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында проекттарҙың баш архитекторы. БАССР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе (1978—85). 40‑тан ашыу ҡала төҙөлөшө һәм архитектур проекттар, ш. иҫ. Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Яңауыл ҡҡ., Ҡандра, Приют ҡасабаһында һ.б. торлаҡ йорттары, сәнәғәт һәм йәмәғәт биналары, яңы кварталдар, Өфө р‑ндарының байтаҡ адм. биналары; “Грузнефть”, “Грузнефтегеофизика” (Тбилиси, 1956—74), Кәсепселек ҡорамалдары з‑ды биналары (Ухта ҡ., 1975—79) комплекстары авторы һәм авторҙашы. Владимир, Ырымбур, Павлодар, Төмән, Силәбе өлк. өсөн проектлау эштәрендә ҡатнаша. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1971), 3‑сө дәрәжә Дан (1946) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019