Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРМАСАН, йылға

Просмотров: 1641

ҠАРМАСАН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Благовар р‑ны Благовар а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Благовар, Кушнаренко, Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 387 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 128 км, басс. майҙаны 1780 км2, дөйөм түбәнәйеүе 155 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 70%‑ы яҙғы (апр.—май), 17%‑ы йәйге‑көҙгө (июнь—окт.), 13%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы йылға тамағында 4,3 м3/с. Басс. рельефы убалы‑тулҡынлы. Үрге ағымында карст үҫешкән, үҙәне ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, конгломераттарынан, түбәнге ағымында — өфө ярусы балсыҡтарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан, доломиттарынан, гипстарынан тора. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан ғибәрәт. Басс. 8%‑ын урман, 60%‑ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Благовар р‑ны Языков һәм Заречный аа. эргәһендә 2 быуа төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарамалы, Табылдыҡ, Шемәк, Һикияҙ; һул — Батҡаҡ, Кәрәкә, Миншиҙе һ.б. Исеме антропонимдан алынған, тип фаразлана.

В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019