Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРСТ

Просмотров: 1815

КАРСТ (нем. Karst, Карст йәки Красс яйлаһы исеменән, Словенияла), тәбиғи һыуҙарҙа ирегән тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән процестар һәм күренештәр йыйылмаһы. Ер аҫты (мәмерйәләр, ҡыуышлыҡтар, үткәүелдәр һ.б.) һәм ер өҫтө (соҡорҙар, һөҙәк соҡорҙар һ.б.) рельефы формалары комплексы, карст һыуҙарының, йылға селтәрҙәренең һәм күлдәрҙең циркуляция һәм режим үҙенсәлектәре хас. К. үҫеү шарттары урындағы физик‑геогр. һәм геол.-гидрогеологик айырымлыҡтар м‑н билдәләнә (климат, һыуҙарҙың аҡма һәм туйыныу режимы, рельеф, геол. төҙөлөш һ.б.). Карсланған тоҡомдарҙың составы б‑са — карбонатлы (доломиттарҙа, эзбизташтарҙа һ.б.), сульфатлы (ангидриттарҙа һәм гипстарҙа), тоҙло, сульфат‑карбонатлы, сульфат‑тоҙло; өҫкө ҡатламдарының характеры һәм уларҙың асылыу дәрәжәһе б‑са — ҡапланған (элювиаль аҫты), яңынан ҡапланған (аллювиаль аҫты), ябыҡ (ер аҫты), асыҡ (яланғас); рельефтың характеры б‑са тигеҙлекле һәм таулы К. айырып йөрөтәләр. К. м‑н ялған карст (термокарст, механик суффозия, кластокарст һ.б.) күренештәре һәм карст‑суффозия процестары оҡшаш. Карслы урындарға карҙар (ваҡ бураҙналар), йомоҡ уйымдар: соҡорҙар, ванналар, һөҙәк соҡорҙар (майҙаны бер нисә тиҫтә һәм йөҙ кв. км тиклем текә ситле, тигеҙ төплө соҡорҙар), тәбиғи ҡоҙоҡтар һәм шахталар, ҡоро үҙәндәр, сығыу урыны булмаған уйһыулыҡтар һәм һыҙалар хас; соҡорҙарҙың һ.б. төбөндә понорҙар (һыу йотоусы тишектәр) осрай. К. төҙөлөштө ҡатмарлаштыра, йылғаларҙың һайығыуына йәки ер аҫтына китеүенә, күлдәрҙең төбө төшөүенә, убылыуға һ.б. килтерә, был карсҡа ҡаршы һаҡлаусы инженерлыҡ-төҙөлөш системаһын булдырыуҙы талап итә; территорияларҙы инженерлыҡ әҙерләүе ваҡытында карст ҡурҡыныслығы иҫәпкә алына. Башҡортостанда карбонатлы һәм сульфатлы тау тоҡомдарының таралыуы, уртаса климат булыуы һөҙөмтәһендә терр‑яның карсланыуы яҡынса 50% тәшкил итә. Рельефтың характеры б‑са респ. терр‑яһында К. түбән, урта таулы һәм тигеҙлек төрҙәрен айыралар. Башҡортостандың Урал алдында тигеҙлекле һәм түбән таулы К. таралған: Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендә — ҡапланған сульфатлы; Өфө‑Эҫем һәм Өршәк-Ағиҙел й. араһында — башлыса ҡапланған; Ағиҙел й. уң ярында, Ағиҙел-Дим һәм Ҡариҙел‑Ағиҙел й. араһында, Туймазы һәм Октябрьский ҡҡ. эргәһендә, Көйөргәҙе, Шайтан, Һуҡайлы йй. үҙәндәрендә — карбонатлы-сульфатлы ябыҡ; Өфө һәм Бөрө ҡҡ. эргәһендә — күмелгән; Өфө яйлаһында, әҙләп Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында — карбонатлы. Антропоген фактор йоғонтоһо аҫтында технокарст барлыҡҡа килә; упҡындар, грунттың емерелеүе Өфө карст битләүендә, Дәүләкән, Благовещен, Бөрө, Туймазы һ.б. ҡалалар эргәһендә таралған. Күп карст соҡорҙары һыу м‑н тулып, күлдәр барлыҡҡа килгән (Асылыкүл, Ҡандракүл). Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында түбән һәм урта таулы ҡапланған карбонатлы һәм яңынан ҡапланған К. үҫешкән; карст процесы һөҙөмтәһендә Шүлгәнташ, Сумған, Киндерле мәмерйәләре, Күперле карст күпере, Ташҡапҡа ҡаяһы һ.б. барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың Урал аръяғында тигеҙлекле карбонатлы, ҡапланған сульфат-карбонатлы һәм күмелгән К. таралған. Шулай уҡ ҡара: Карсты өйрәнеү ғилеме.

Әҙәб.: Лыкошин А.Г. Карст и гидротехническое строительство. М., 1968; Балков В.А. Влияние карста на сток рек Европейской территории СССР. Л., 1970; Карст Башкортостана. Уфа, 2002.

В.И.Мартин

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: