Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛАГИЛДИН Ришат Усман улы

Просмотров: 1221

МУЛЛАГИЛДИН Ришат Усман улы (3.2.1969, Өфө ҡ. — 15.4.2022, шунда уҡ), архитектор. Рәсәй архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). Мәскәү архитектура институтын тамамлаған (1995). Шибаур технологик институтында стажировка үтә һәм уҡый (1997—2000), Кейо университетында уҡый (2000—05; икеһе лә — Токио ҡ., етәксеһе Риичи Мияке). 1994 й. алып “Моспроект‑2” йәмәғәт биналарын һәм ҡоролмаларын проектлау буйынса идаралыҡ, 1997 й. — “Kajima Design”, 1998—99 йй. “Nihon Sekkei” проект фирмалары архитекторы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йй. Шибаур технологик институтының (бөтәһе лә — Япония) архитектор-инструкторы, 2005—19 йй. “RAUM Architects” ЯСЙ президенты, бер үк ваҡытта 2008—20 йй. “RAUM Design” ЯСЙ, 2016 й. алып «“Киокусинкай” һаулыҡ һәм спорт үҙәге» директоры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.).

Өфө ҡ. М. проекттары буйынса Ағиҙел й. уң ярының көньяҡ битләүендә ҡала төҙөлөшө эштәре башҡарылған (2005 й. алып), Конгресс-холл бинаһы төҙөлгән, “Аҡбуҙат” ипподромына реконструкция (икеһе лә — 2007; бөтәһе лә — Киоказу Араи менән берлектә, “Arai Architects”, Токио ҡ.) яһалған. Архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм дизайндың актуаль мәсьәләләренә арналған фәнни хеҙмәт, күргәҙмә каталогтары, “Рәсәй архитектураһы буйынса белешмә” йыйынтығы (“Путеводитель по российской архитектуре”; Токио ҡ., 2002; япон телендә) авторы. “ARX Awards” (2006, 2007; икеһе лә — Мәскәү ҡ.), “AIDA Awards” (Токио ҡ., 2011) милли премияһы, БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) лауреаты.

  Хеҙм.: В поиске архитектурных символов города //Архитектурный вестник. 2007. №2.

  Әҙәб.: Звёздные проекты “РАУМ Арчитектс” //Новый облик Республики Башкортостан: каталог. Уфа, 2008. 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.10.2022