Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҮЛӘ ҠОЛОЙ

Просмотров: 1399

МӘҮЛӘ ҠОЛОЙ, М у л л а ғ о л (17 б.), төрки суфый шағиры. Ә.Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Шағирҙың тормошо т‑да мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Хикмәттәрендә суфыйсылыҡ идеялары аша донъяуи мотивтар ҙа сағыла: шағир хеҙмәт кешеләрен данлай, тормоштоң әһәмиәте, донъяның етешһеҙлеге һәм кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәттәре т‑да уйлана. М.Ҡ. әҫәрҙәре Урал-Волга буйында, ш. иҫ. башҡорттарҙа, киң таралған. Ҡулъяҙма йыйынтыҡтары 1925 й. Ф.К.Туйкин тарафынан ТАССР‑ҙың Зәй‑Ҡаратай а. (ТР ФА Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ин‑тында һаҡлана), 1974 й. археографик экспедициялар барышында БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Камай а. (ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана) табылған.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1‑се т. Өфө, 1999; Д ә ү л ә т ш и н К.С. Борынгы татар әдәби мирасы. Мәүла Колый хикмәтләре. Стәрлетамак, 2002. 

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: