Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘШӘЛӘ, һырт

Просмотров: 832

КӘШӘЛӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай, Мәләүез, Бөрйән р‑ндары аша Кәшәлә й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 628 м. Һыртта 583, 606 һәм 628 м бейеклектәге түбәләр асыҡ күренә. Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленгән. Төньяҡ өлөшөнөң рельефы даими һыу ағып торған күп уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған; көнсығыш битләүендә таш һибелмәләре бар. Көньяҡ өлөшөнөң көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк. Бик күп ҡоро уйһыулыҡтар бар. Инйәр свитаһы алевролиттарынан, ҡомташтарынан һәм минйәр свитаһы доломиттарынан тора. Һыртта Кәшәлә й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро тау-урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, аҡһыл һоро урман һәм көрән тупраҡтарҙағы ваҡ япраҡлы урмандарҙан тора. Төньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүҙәре Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019