Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЙҒЫ, йылға

Просмотров: 995

ҠЫЙҒЫ, йылға, Әй й. уң ҡушылдығы. Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Тёплый Ключ а. янында төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм Әй й. (тамағынан 170 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 87 км, басс. майҙаны 1270 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Кандаковка а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 7,19 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы. Ландшафы үрге ағымында — тау‑урман һәм һоро урман тупраҡтарындағы ҡарағай урмандарынан, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Басс. 38%‑ын урман биләй. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Ләүйылға, Ыйыҡ (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019