Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЙЫШҠЫ, күл

Просмотров: 1127

ҠЫЙЫШҠЫ, Аксаков күле, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны яҡынса 0,2 км2, оҙонлоғо 1,9 км, уртаса киңлеге 70 м (макс. — 120 м). Иҫке үҙән, неоген тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро дуға формаһында; төбө ҡомло‑ләмле. Тымыҡ күл, һыу кимәле күтәрелгәндә Ағиҙел м‑н тоташа. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл мезотрофлы. Төньяҡ‑көнсығыш яры — Ағиҙелдең 1‑се, төньяҡ‑көнбайыш яры 2‑се туғай өҫтө киртләсенән тора. Тирә‑яҡ ландшафына һыубаҫар туғай урмандары һәм болондары хас. Канада элодеяһы, сумған мөгөҙьяпраҡ, таръяпраҡ екән, үткер күрән, һары томбойоҡ, ялтыр һыу үләне һ.б. үҫә. Алабуға, карп, ҡорбан, опто, сабаҡ, суртан, табан балыҡһ.б. йәшәй. Исеме башҡ. телендәге “ҡыйыш” һүҙенән алынған. Ҡ. һәм уның тирә‑яғы С.Т.Аксаковтың әҫәрҙәрендә һүрәтләнгән.

Ә.А.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019