Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНДЕРЛЕ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 1813

КИНДЕРЛЕ МӘМЕРЙӘҺЕ, Еңеүҙең  30  йыллығы исемендәге  мәмерйә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында оҙонлоғо б‑са икенсе урында тора. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Киндерле й. (Еҙем й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә, “Еҙем тәбиғи паркы” терр‑яһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. 4 яруслы ауыш, горизонталь галереялар һәм төньяҡ, төньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле юлдар системаһынан тора. Оҙонлоғо 9113 м, уртаса киңлеге 5,4 м, уртаса бейеклеге 7,1 м, тәрәнлеге 128 м, амплитудаһы 215 м, майҙаны 43,1 мең м2, күләме 245 мең м3. К.м. 5 өлөшкә бүленә. Ауыҙы (киңлеге 12 м, бейеклеге 7 м) Киндерле кимәленән 94 м бейеклектә урынлашҡан. Мәмерйәгә төшкән урын ауыш галерея (киңлеге 15 м, бейеклеге 3—12 м) формаһында төньяҡҡа ҡарай һуҙылған.

Галереяға инер алдынан бик күп сталагмиттарҙан торған боҙлоҡ (оҙонлоғо 120 м, майҙаны 720 м2, ҡалынлығы 8 м тиклем) бар. Боҙлоҡтан һуң боҙло (Ҡарһылыу; бейеклеге 7 м тиклем, диам. 3 м тиклем) һәм кальцитлы (Пагода; бейеклеге 3 м, диам. 8 м) сталагмиттар урынлашҡан. Галереянан өҫкә табан һуҙылған тар һуҡмаҡ бик күп сталактиттары (оҙонлоҡтары 2,5 м тиклем, диам. 2 м тиклем) булған Люстралы залға алып бара. Зал иҙәне кальцитлы ҡатлам м‑н ҡапланған. Зал мәмерйәнең 2‑се өлөшөндә ҡойоға (тәрәнлеге 12 м) күскән коридорға (оҙонлоғо 0,8 м, киңлеге 5—6 м) барып тоташа. Ул төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон рәүешендәге төп галереянан (оҙонлоғо 500 м, киңлеге 4—20 м, бейеклеге 100 м тиклем) тора, ҡытыршы ҡатламлы бөрөгә оҡшаш сталагмиттарҙан торған Концерт залы (киңлеге 22 м, бейеклеге 50 м тиклем) м‑н тамамлана. Галерея иҙәне эре таштар м‑н ҡапланған. Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле ҡытыршы стеналы тар юл (оҙонлоғо 300 м) төрлө төҫтәге һыу ҡатламдарынан торған залға алып бара. Галереянан мәмерйәнең 3‑сө, 4‑се һәм 5‑се өлөштәренә алып барыусы юлдар һәм һуҡмаҡтар китә. 3‑сө өлөшө көнбайыш йүнәлешле галереянан (оҙонлоғо 150 м, киңлеге 15 м тиклем, бейеклеге 25—30 м) тора, унда шишмә аға, 4‑се өлөшө ҡытыршы стеналы тар юлдар системаһынан тора, ул каминдар аша 40 м бейеклектә иң бейек Атлантида залы (бейеклеге 90 м) м‑н тоташа, унда массив һыу ҡатламдары һәм коралл ҡырпыулы күл бар. Мәмерйәнең 5‑се өлөшөнә төп галереяның түбәһе аша Әкиәт юлы (оҙонлоғо 80 м, киңлеге 2—3 м, бейеклеге 4 м тиклем) буйлап һуҡмаҡ илтә, иҙәне һәм түбәһе кристалл м‑н ҡапланған. Унда көнбайыш йүнәлешле магистраль каньон галереяһы (оҙонлоғо 500 м, киңлеге 30 м тиклем, бейеклеге 50 м тиклем) урынлашҡан. Ул Һындар, Шоколад, Йәшел күлдәр, Камин, Кащей батшалығы һ.б. залдар м‑н тоташа. Магистраль галереянан төньяҡ‑көнбайышҡа табан Бүләк (оҙонлоғо 500 м) юлы үтә. Мәмерйәлә т‑ра 0—6°С. Ярғанаттар йәшәй. К.м. боронғо хайуандарҙың күп кенә һөйәктәре табылған.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019