Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы

Просмотров: 1794

МАҒАЗОВ Азат Шәйехйән улы [17.12. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баязит а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 13.12.2015, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Р.Ш.Мағазовтың ағаһы. Харьков пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1951 й. алып Харьков хәрби авиация штурмандар уч‑щеһында эшләй; 1958 й. башлап Киев хәрби округы 69‑сы һауа армияһының сәйәси бүлек инспекторы, 1961 й. партия‑ойоштороу бүлеге нач., 1965—72 йй. Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө 24‑се һауа армияһының партия-ойоштороу бүлеге начальнигы. “Шоңҡар юлы” исемле тәүге китабы 1975 й. сыға. 20 б. 1‑се ярт. ваҡиғалар т‑дағы “Әйләнә тирмән ташы” (1996) “Аға һыуҙар” (2001) “Донъя — ҡуласа” (2006, бөтәһе лә — татар т.) трилогияһы, лётчиктар тормошо хаҡында “Хыял күккә саҡыра” (1976; тәрж. 1988), “Һауаларҙа йондоҙ” (1977), “Осоу” (1979; урыҫса тәрж. 1982) повестары авторы. “Ҡоштар иртә китә” пьесаһы Салауат башҡорт драма театрында ҡуйыла. Шиғырҙарына А.М.Ҡобағошов, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. комп. йырҙар ижад иткән. Рәсәй Тыныслыҡ фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе идараһы рәйесе (1981— 96). Аҡмулла ис. пр. (1977), М.Ғ.Гәрәев ис. пр. (2013) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Эҙләр инем, эҙең юҡ: фантастик повесть. Өфө, 1991; Тәүбә: роман. Өфө, 1994; И в небе много дорог: повести. М., 1979.

 Тәрж. Ф.С.Фазылова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: