Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҘХИӘ, шиғри жанр

Просмотров: 4575

МӘҘХИӘ (ғәр.), о д а, тантаналы, патетик, данлап яҙылған шиғри жанр. Төп йөкмәткеһе — мөһим тарихи ваҡиғаларҙы йәки ниндәй ҙә булһа кешенең уңыштарын, дәрәжәләрен данлау. Башҡорт әҙәбиәтенд әкөнсығыш (мәҙхиә), европа (ода) һәм башҡорттарҙың үҙҙәренең (ҡобайыр) әҙәби традициялары контаминацияһынан торған үҙенсәлекле бер жанр. 19 б. М. көнсығыш әҙәбиәте традицияларында ижад ителә: Ә.Ҡарғалының “Йыһангир ханға”, Ш.Зәкиҙең “Алла ҡолдары — сафлыҡ эйәһе”, Ғ.Соҡоройҙоң “Мәдхе Өфө” һ.б. әҫәрҙәр. 20 б. Европа одаһы үҙенсәлектәре өҫтөнлөк итә башлай: структураһы үҙгәрә (бәйеттәр урынына 4 юллыҡтар ҡулланыла башлай), тематикаһы киңәйә (Ватанға, тыуған ергә, йәмғиәт тормошо күренештәренә дан йырлау). Совет осоронда Советтар Союзы Коммунистар партияһына, В.И.Ленинға арналған одалар киң танылыу ала (Б.Бикбай, Ш.Бикҡол, Ғ.Й.Рамаҙанов һ.б.). М. жанры 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башы шиғриәтендә С.Әлибай (“Башҡортостанға ода”), Ҡ.Аралбай (“Сәңгелдәккә мәдхиә”), Т.Ғәниева (“Уралға мәдхиә”), Р.Й.Ғарипов (“Дан һиңә, дан, Башҡортостан”), Р.Шәкүр (“Исемдәргә мәдхиә”) ижадтарында урын ала. Әҙәбиәт ғилемендә ике термин да (мәҙхиә, ода) ҡулланыла.

Әҙәб.: Ҡ а с ҡ ы н о в а Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007. 

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: